Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Сентябрь 2019, 18:43

Политолог ни өсөн Хәбировтың инаугурацияһына Башҡортостандың ике элекке етәксеһенең килеүен аңлатты

Радий Хәбировтың инаугурацияһы көтөлгәнсә — яңы етәкселәрҙең вазифаға инеүе өсөн хас талаптарға һәм процедураға ярашлы үтте, тип билдәләне политолог Николай Евдокимов.

Радий Хәбировтың инаугурацияһы көтөлгәнсә — яңы етәкселәрҙең вазифаға инеүе өсөн хас талаптарға һәм процедураға ярашлы үтте, тип билдәләне политолог Николай Евдокимов. Эксперт ни өсөн тантанаға республиканың элекке етәкселәре: Мортаза Рәхимовтың һәм Рөстәм Хәмитовтың килеүен аңлатты.
«Бында Радий Хәбировтың Башҡортостанға ҡайтҡас та һайлаған юлын дауам итеүе күҙәтелә. Ул ошондай символик ҡылығы менән үҙе власта булған осорҙа республикала элиталар араһында бер ниндәй ҙә низағ булмаҫҡа тейешлеген күрһәтергә тырыша, — тине политолог. — Игорь Комаровтың килеүе лә — процедураға ярашлы. Ғәҙәттә, федераль округ вәкиле һәр ваҡыт ошондай кимәлдәге сараларҙа ҡатнаша».
Николай Евдокимов һүҙҙәренсә, хәҙер төп интрига — хөкүмәтте кем етәкләр, уның составы ниндәй булыр. Политолог кадрҙар үҙгәрешен көтөргә мөмкин тип иҫәпләй.
«Әлбиттә, республика үҫеше тураһындағы указға ҡул ҡуйыу иғтибарҙы йәлеп итте. Ниндәйҙер һығымталар яһар алдынан документтың баҫылып сығыуын көтөргә кәрәктер, моғайын. Ләкин хәҙер үк проекттарҙың амбициялы, күп көс һәм финанслау талап итеүен фараз итергә мөмкин. Ошо масштаблы проекттарға ҡайҙан аҡса алынасағы әлегә бик аңлашылмай, ләкин улар тормошҡа ашырылһа, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн алға табан ҙур аҙым булыр», — тип билдәләй Евдокимов.
Бынан алда «Башинформ» Радий Хәбировтың рәсми рәүештә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына ингәндән һуң беренсе указы тураһында хәбәр иткәйне. Республиканың алдағы биш йылға — 2025 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеше яҙылған.
Читайте нас: