Бөгөн Өфөлә Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһына инеү тантанаһы бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан һайлаусыларының 82,02 проценты ғәмәлдәге республика етәксеһе өсөн тауыш бирҙе. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко тағы бер тапҡыр һайлауҙың рәсми һөҙөмтәләрен уҡып ишеттерҙе. Ул Радий Хәбировҡа Башҡортостан Башлығы танытмаһын тапшырҙы. Инаугурация тантанаһы ваҡытында республика башлығы ант ҡабул итте.
Инаугурация тантанаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов, Башҡортостандың элекке башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, хөкүмәт ағзалары, муниципалитеттар башлыҡтары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша. Башҡортостан Конституцияһы буйынса, республиканың юғары вазифалы кешеһенә киң вәкәләттәр бирелә, улар араһында – Рәсәй Президенты һәм федераль власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙә төбәкте күрһәтеү, хөкүмәтте формалаштырыу, республика биләмәһендә закондарҙың үтәлешен контролдә тотоу, указдар һәм бойороҡтар сығарыу. Башҡортостан Башлығы властың башҡарма тармағын да етәкләй.