Беҙҙең Ҡыйғы
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
30 Сентябрь 2019, 17:27

Республикала үҙешмәкәр театрҙарға ярҙам тураһында закон ҡабул иттеләр

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы үҙешмәкәр театрҙарға ярҙам тураһында закон ҡабул итте. Ҡоролтайҙа аңлатыуҙарынса, 2020 йылдың йәйендә Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итә, унда үҙешмәкәр театрҙар ҙа ҡатнаша.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы үҙешмәкәр театрҙарға ярҙам тураһында закон ҡабул итте. Ҡоролтайҙа аңлатыуҙарынса, 2020 йылдың йәйендә Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итә, унда үҙешмәкәр театрҙар ҙа ҡатнаша. Уларҙы әҙерләү өсөн шарттар булдырырға кәрәк.
«Закон ҡабул ителгәс, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының үҙешмәкәр театрҙарға финанс ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде, был уларға яҡшыраҡ әҙерләнергә мөмкинлек бирергә тейеш», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Закон Фольклориаданан һуң да үҙешмәкәр театр ижадын үҫтереүгә өҫтәмә этәргес көс булыр, тип билдәләне ул.
«Ошо эш — оҙайлы ваҡытҡа. Байрам үтер ҙә китер, ә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген һаҡланып ҡалыр. Был үҙешмәкәр театрҙарҙы сифатлы үҫтереүгә булышлыҡ итер, студенттар мөхитендә лә, хеҙмәт коллективтарында ла улар байтаҡ», — тине спикер.


Читайте нас: