Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
30 Ғинуар 2020, 19:16
Ер участкаһы урынына 250 000 һум түләү тураһында закон проекты беренсе уҡыуҙы үтте
Һүҙ шәхси йорт һалыу өсөн бушлай ер алырға хоҡуҡлы өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән, шулай уҡ инвалид бала ҡараған ғаиләләргә 250 мең һум аҡса бүлеү хаҡында бара.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа республикала ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында ғәмәлдәге законға үҙгәрештәр индереүгә ҡағылышлы закон проектын ҡабул итте.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә
, һүҙ шәхси йорт һалыу өсөн бушлай ер алырға хоҡуҡлы өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән, шулай уҡ инвалид бала ҡараған ғаиләләргә 250 мең һум аҡса бүлеү хаҡында бара.
Закон проектына ярашлы, ишле һәм инвалид балалы ғаиләләр ер урынына 250 мең аҡса алырға мөмкин. Ергә хоҡуҡлы бөтә ғаиләләр ҙә өй төҙөргә йыйынмай. Был осраҡта участкаға ҡарағанда аҡса ҡулайыраҡ. Икенсе яҡтан, беҙгә тейешле инфраструктура менән йыһазландырылған ер участкалары етешмәй. Әгәр льготаға эйә булғандарҙың бер өлөшө аҡсаны һайлаһа, был барыһы өсөн дә килешеп эшләнгән ҡарар булыр ине. Һәр хәлдә һайлау – ерме йәки аҡсамы – ғаиләләр ҡарамағында ҡала.
Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙер 15 меңдән ашыу ишле, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән ғаилә шәхси йорт һалыу өсөн бушлай участка алыуға сиратта тора. Уларҙың 6 меңдән күберәге Өфөгә тура килә.
http://www.bashinform.ru/bash/1407841/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?