Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров «Медиалогия» компанияһы төҙөгән Рәсәй ир-уҙамандары
медиарейтингына инде. Белгестәр йыл дауамында (2019 йылдың февраленән 2020 йылдың февраленә тиклем) республика етәксеһен
телгә алыуҙы күҙәтеп барған. Һөҙөмтәлә
Радий Хәбиров 12-се урынды алған.