Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары май айындағы пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡарарға ниәтләй.
Әгәр закон ҡабул ителһә, республикала көндөҙгө 1-ҙән 3-кә тиклем тынлыҡ сәғәте була. Атап әйткәндә, күрһәтелгән ваҡытта күп фатирлы йорттарҙа һәм ятаҡтарҙа шау-шыулы ремонт эштәрен башҡарған өсөн штраф һалырға тәҡдим ителә.
Парламент спикеры шулай уҡ тейешле законды ҡабул итеүҙең коронавирус пандемияһы шарттарында бик мөһим булыуын билдәләне.
«Тынлыҡ сәғәте» осоронда тынлыҡты боҙған өсөн штраф күләме граждандарға – мең һумдан алып ике мең һумғаса, вазифалы кешеләргә – өс меңдән биш мең һумғаса, юридик берәмектәргә – ун меңдән ун биш мең һумғаса.
Сикләүҙәр аварияларҙы, стихия афәттәрен бөтөрөү осраҡтарына, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәргә, граждандарҙың шәхси һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бәйле кисектергеһеҙ эштәргә, шулай уҡ файҙаланыуға тапшырылғандан һуң йыл ярым дауамында яңы йорттарға ҡағылмай.