Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
1 Июль 2020, 18:14

Владимир Путин Рәсәйҙә йәшәүселәрҙе ил Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш бирергә саҡырҙы

Рәсәй президенты Владимир Путин рәсәйҙәргә мөрәжәғәте барышында, һәр тауыштың мөһим булыуын билдәләп, бөтә граждандарҙы Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш бирергә саҡырҙы.

Рәсәй президенты Владимир Путин рәсәйҙәргә мөрәжәғәте барышында, һәр тауыштың мөһим булыуын билдәләп, бөтә граждандарҙы Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш бирергә саҡырҙы.
Рәсәйҙәр хуплаһа ғына Конституцияның яңыртылған тексы үҙ көсөнә инә, тип билдәләне дәүләт башлығы.
«Белеүегеҙсә, бер нисә көн буйына тауыш биреү бара, был халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау өсөн эшләнелә. Һайлауға барған һәр кемгә рәхмәтемде белдергем килә. Иртәгә, 1 июль – төп тауыш биреү көнө. Ҡәҙерле дуҫтар, һүҙегеҙҙе әйтеүегеҙҙе һорайым. Һәр берегеҙҙең тауышы – иң мөһиме», — тине Владимир Путин.
Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү 25 июндән 1 июлгә тиклем бара. 1 июлдә илдең барлыҡ төбәктәрендә урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 8-ҙән һуң тауыштарҙы иҫәпләү башлана.
Фото: http://kremlin.ru/
Читайте нас: