Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
31 Август 2020, 16:46

Республикала 1 сентябрҙә алкоголь һатылмай

Башҡортостанда 1 сентябрҙә — Белем көнөндә — алкоголь һатыу тыйыла.

Башҡортостанда 1 сентябрҙә — Белем көнөндә — алкоголь һатыу тыйыла.
Был көндә республика законы менән төбәк биләмәһендә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу тыйыла (йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголде ваҡлап һатыуҙан тыш).
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, былтыр яҙ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһында» республика законының 6.2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» Закон ҡабул итте.
Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә — 27 июндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар уҙғарылған көндәрҙә магазиндарҙа алкоголь һатыу тыйылды. Сикләү яңы йыл каникулдарына ла ҡағылды.
Читайте нас: