Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин вице-премьер булды. Республика башлығының ошо турала Указы бар. Максим Забелин демография, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, хеҙмәт мәсьәләләре өсөн яуаплы була. Тағы бер үҙгәрешкә ярашлы, Ленара Иванова вице-премьер вазифаһынан бушатылды. Ул Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры булып ҡала. Бынан тыш, Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев отставкаға ебәрелде. Уның вәкәлләттәре беренсе урынбаҫары Виктор Жульковҡа тапшырылды.