Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
23 Октябрь 2017, 17:11

СПОРТ ЗАЛЫНДА – АШНАҠСЫЛАР

Белем биреү учреждениеларының аҙыҡ блогы ашнаҡсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын – Халыҡ-ара ашнаҡсылар һәм кулинарҙар көнөн спорт залында ҡаршыланы.

Еңеүсе команда
Еңеүсе команда
Белем биреү учреждениеларының аҙыҡ блогы ашнаҡсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын – Халыҡ-ара ашнаҡсылар һәм кулинарҙар көнөн спорт залында ҡаршыланы. Улар өсөн әлеге эш биреүсе – Шишмә эшсе ҡасабаһының “Опт Торг” ЯСЙ-һы спорт ярыштары ойошторҙо.


Йыйылыусыларҙы йәмғиәт директорының урынбаҫары Г. Исакова ҡотланы. “Беҙҙең йәмғиәт социаль яҡтан яуаплы ойошма булараҡ танылыу яулаған һәм беҙҙә хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һаҡлау һәм нығытыу буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла. Спортҡа, әлбиттә, иң төп иғтибар бүленә. Беҙҙең ашнаҡсылар үҫеп килеүсе быуынға тәмле, туҡлыҡлы аш-һыу әҙерләүҙән тыш, күңелле һәм файҙалы ял итә лә белә,” – тине ул.

Сослоҡ, тиҙлек, мәргәнлек һәм зирәклектә көс һынашырға биш команда йыйылғайны. Ҡатнашыу-сылар сараны дәртле итеп башлап ебәрҙе һәм паркетта алыш көслө барҙы – бер команданың да еңелгеһе килмәне.

Иң тәүҙә ижади конкурс – “Визит картаһы” булды, унда һәр команда ағзалары үҙ һөнәре тураһында ҡыҙыҡлы формала бәйән итте. Күңелле эстафета ҡыҙыҡлы үтте. Һөҙөмтәлә Үрге Ҡыйғы ауылы “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы, Йүкәлекүл һәм Дүшәмбикә мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең йыйылма командаһы еңеү яуланы. Көслө алҡыштар аҫтында “Опт Торг” ЯСЙ-һы директоры урынбаҫары – йәмғиәттең Ҡыйғы районы буйынса етәксеһе В. Хари-сов хаҡлы рәүештә яуланған бүләктәрҙе – кубок менән почет грамоталарын тапшырҙы.

Н. Нәғимов.

Автор фотоһы
Читайте нас: