Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
21 Февраль 2018, 11:46

САҢҒЫ СПОРТЫ – СЫҘАМДАР, ЕТЕҘҘӘР ӨСӨН

Район хакимиәте башлығы призына уҙғарылған саңғы ярышы Мәхмүт тауы итәгенә йөҙләгән спортсыны йыйҙы. Улар араһында мәктәп уҡыусылары ла, йәштәр ҙә, 75-те уҙған спорт ветерандары ла бар ине.

Район хакимиәте башлығы призына уҙғарылған саңғы ярышы Мәхмүт тауы итәгенә йөҙләгән спортсыны йыйҙы. Улар араһында мәктәп уҡыусылары ла, йәштәр ҙә, 75-те уҙған спорт ветерандары ла бар ине.

Старт һәм финиш зоналары баннерҙар, флагтар менән билдәләп ҡуйылғайны, күңелле музыка яңғырап торҙо. Сараны тантаналы асып, йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ш.Мөхәмәтдинов сәләмләне. Ул сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, халыҡты физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү мөһимлеген билдәләп үтте. “Беҙҙең илдә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү, йәш быуын сәләмәт һәм әүҙем булһын өсөн, яҡшы шарттар булдырыла. Бөгөнгө ҡатнашыусылар араһында спорт менән шөғөлләнеүсе тотош ғаиләләр бар. Ата-әсәләрҙең үҙ миҫалында балаларында актив йәшәү рәүешенә һөйөү уятыуы ҡыуаныслы,” – тине ул. Артабан йәш категориялары буйынса төрлө дистанцияларға ярыштар башланды. Арыҫлан, Абзай, Түбәнге Ҡыйғы, Үрге Ҡыйғы, шулай уҡ Дүшәмбикә һәм Йыланлы ауыл биләмәләре командалары ҡатнашыусыларҙың күплеге менән айырылып торҙо. “Быйыл ҡарҙың аҙыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, ойоштороусылар трассаны бик яҡшы итеп әҙерләгән. Беҙ ярышта ҙур теләк менән ҡатнаштыҡ. Был көндө һаулығыбыҙ өсөн файҙалы үткәреп, бик күп көс-дәрт алдыҡ,” – тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты спортсылар. Еңеүселәр һәм призерҙар миҙалдарға, маҡтау ҡағыҙҙарына, кубоктарға лайыҡ булды.

С. Исмәғилева. Автор фотоһы.

Ентекле фоторепортажды гәзиттең
сайтында ҡарағыҙ.
Читайте нас: