Ҡыйғылар иң тәүҙә “Локомотив- Бирҙәүеш” командаһы менән осрашты, көсөргәнешле уйында беҙҙекеләр, аҙ ғына айырма – 6:5 иҫәбе менән еңде. Боҙ хужалары – “Һатҡы” клубы менән төп призға үткән уйын драматик характер алды. Көстәр тигеҙ, бөтә уйынсылар ҙа үҙҙәрен тик еңеүгә көйләгән. Беҙҙең хоккейсылар хужалар ҡапҡаһына ике шайба индерҙе, әммә шунса уҡ шайбаны үҙ ҡапҡаһына үткәрҙе. Уйын тәғәйенләнгән ваҡытҡа 2:2 иҫәбе менән тамамланды. Судьялар тарафынан билдәләнгән биш буллит серияһы ла тейешле һөҙөмтә бирмәне һәм уйын дауам итте. Үкенескә ҡаршы, 13-сө буллит беҙҙең команда файҙаһына булманы. Һөҙөмтәлә Н. Зиннәтуллин, И. Хәмитов, А. Кәлимуллин, А. Белоусов, А. Хужин, А. Нардинов, А. Мөфлихунов, Ф. Рамазанов, А. Мостафин, В Закировтарҙан торған команда турнирҙың икенсе призына лайыҡ булды, почет грамоталары, аҡсалата премиялар менән дәртләндерелде. А. Белоусов “Турнирҙың иң яҡшы һаҡсыһы” тип танылды һәм айырым призға лайыҡ булды.