Уйынсыларҙың һәм көйәрмәндәрҙең төп иғтибары, әлбиттә, 2017 йылдың декабренән 2018 йылдың февраленә тиклем барған БР балалар хоккей лигаһы беренселеге уйындарына йүнәлтелде. Салауат, Дыуан, Мәсетле райондары командаларын еңеп, ҡыйғылар республиканың иң көслө командалары менән төп кубок өсөн көс һынашыу хоҡуғына эйә булды. Беренселектең финал уйындары ошо көндәрҙә Туймазы ҡалаһында үтте. Беҙҙең дружина беренсе көндө үк Әлшәй районы командаһын 18:2 иҫәбе менән, икенсе көндө Көйөргәҙе хоккейсыларын “ҡороға” 5:0 иҫәбе менән еңде. Кушнаренко районы командаһы менән уйын тигеҙ барҙы. Беҙҙең хоккейсылар ҡаршы команда ҡапҡаһына 6 шайба индерҙе, ә үҙҙәренекенә – 5-те үткәрҙе. Уйын В. Әлтәповтың тәрбиәләнеүселәре файҙаһына 6:5 менән тамамланды. Межгорье ҡалаһы командаһы менән үткән финал уйынында Ҡыйғы егеттәре “хоккей мөғжизәһе” яһаны, тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Беренсе уйын Межгорье командаһы иҫәбенә 3:0 менән тамамланды, икенсе таймда беҙҙең хоккейсылар ҡаршы ҡапҡаға ике шайба индерҙе, әммә дәғүәселәр үҙ иҫәбенә йәнә өс шайба өҫтәне. Шулай итеп, 2:6 иҫәбе менән командалар ялға туҡтаны. Барыһы өсөн дә төп приздың яҙмышы инде хәл ителгән һымаҡ тойолдо. Әммә өсөнсө уйында Ҡыйғы дружинаһы, бар мөмкинселектәрҙе ҡулланып, уйындың аҙағына тиклем еңеү өсөн көрәш алып барҙы һәм дәғүәселәр ҡапҡаһына биш шайба индереп, уйын иҫәбен үҙ файҙаһына үҙгәртте - 7:6. Йәш хоккейсыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Спорт бейеклегендә яңы уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.