Силәбелә Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы КХЛ плей-офында сирек финалдағы өсөнсө матчта «Трактор»ҙы еңде – 3:2. Силәбеләр осрашыуҙы яҡшыраҡ башланы – ике осор һөҙөмтәләре буйынса ике шайбаға алда барҙы. Әммә уйындың өсөнсө өлөшөндә Эркка Вестерлунд тәрбиәләнеүселәре матч барышын ҡайтанан үҙгәртте – өфөләр дүрт минут һәм 9 секунд эсендә ҡаршылаш ҡапҡаһына өс шайба индерҙе.
«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, башта Максим Майоров шайбаны ҡапҡа эргәһендәге майҙанға ебәрҙе, унан ул Михаил Юньковтың тимераяғынан ҡапҡаға ҡаҡсыны. Һуңынан, бишкә дүрт уйынында, Линус Умарк туры һелтәп, шайбаны «Трактор»ҙың ҡапҡаһына оҙатты. Аҙаҡ Юньков Филип Ларсен ебәргән шайбаны ҡапҡа эргәһендәге хәүефле урындан ебәреп, йәнә уңышҡа өлгәште.