Район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф. Сафин спортсыларҙы тәбрикләп сығыш яһаны. Ул Рәфис Ахун улы Ахуновтың саңғысы-спортсы, районда шул спорт төрөн пропагандалауы тураһында әйтеп китте. Ярыш бер нисә йәш төркөмдәре араһында үтте, район ауылдарынан уҡыусылар һәм йәштәр менән бергә 80-дән артыҡ саңғысы ҡатнашты. Һәр ҡайһыһы номерҙар алып, стартҡа әҙерләнә башланы. 2007 йылда тыуған һәм унан да йәшерәк ҡыҙҙар ике километр дистанцияла ярышты. Бында бәхет А. Ғатауллинаға йылмайҙы (Арыҫлан ауылы), шул уҡ ауыл ҡыҙы А. Ҡотошова унан аҙ ғына ҡалышты, өсөнсө урын – Л. Төхвәтуллинала (2-се мәктәп). 2005 – 2006 йылғы егеттәр 3 километр дистанцияға старт алды. Финишҡа беренсе булып Д. Фәссәхов килеп етте (лицей), икенсе урында – Ф. Асҡаров (Абзай ауылы), өсөнсө урынды И. Ғайнанов яуланы (Түбәнге Ҡыйғы ауылы). 2001– 2002 йылғы ҡыҙҙар араһында 5 км дистанцияла беренселекте И. Мөхәмәтйәнова яуланы (Салауат районы). Ә 2003–2004 йылғы ҡыҙҙар араһында, шул уҡ дистанцияла, Р. Вәлиеваға тиңләшеүсе булманы (лицей), икенсе һәм өсөнсө урындарҙы А. Исхаҡова һәм Ғ. Ғабитова яуланы (икеһе лә лицейҙан). 5 км дистанцияла егеттәр араһынан пьдесталдың беренсе баҫҡысына А. Әсмәндиәров күтәрелде (Абзай ауылы), икенсе урында И. Ғайнанов (Түбәнге Ҡыйғы) һәм өсөнсө урынды Э. Һиҙиәтов (Абзай ауылы) яуланы. 18 – 29 йәштәге егеттәр 10 км дистанцияла ярышты. Бында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, А. Колодкин еңеү яуланы, икенсе урында – Р. Сәхәүетдинов (ФОК), өсөнсө урында А. Байрамов (Абзай ауылы). 2 км арауыҡта С. Йәнсурина (Үрге Ҡыйғы) беренселекте яуланы, икенсе булып финишҡа Т. Уразаева (ФОК) килеп етте, өсөнсө урын З. Сабироваға (Дүшәмбикә ауылы) булды. 50–59 йәштәге ир-егеттәр араһында беренсе урында – Ф. Ахунов , икенсе урында –В. Харисов (Үрге Ҡыйғы), өсөнсө урында – А. Трясцын (Ләүзә). Әйтергә кәрәк, ваҡытында был спортсылар төрлө кимәл ярыштарҙа район намыҫын яҡлап сығыш яһап, призлы урындар яулай ине. Ярышта һуңғы стартты 60 йәштән өлкәндәр алды. Улар араһында иң етеҙе Н. Фәтихов (Арҫлан ауылынан) булды, икенсе урынды И. Нәсибуллин (Үрге Ҡыйғынан), өсөнсө урынды В. Фәхретдинов (урындағы ДОСААФ бүлеге) яуланы. Еңеүселәр һәм призерҙар почет грамоталары, миҙалдар менән бүләкләнде.