“Мин ике йыл Байконурҙа хеҙмәт иттем. Ул йылдар минең өсөн бик ҡәҙерле, әле лә мин ул йылдарҙы һағынып иҫкә алам. Армияла хеҙмәт итеү һәр егет өсөн мөһим, сөнки ул характерҙы сыныҡтыра, ысын патриот, ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләй,” – тине район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, һәм егеттәргә һау- сәләмәт хеҙмәт итеп, физик яҡтан да, мораль яҡтан да сынығып ҡайтыуҙарын теләне. Уның һүҙҙәренә социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф. Сафин, район ҡатын- ҡыҙҙар Советы рәйесе Л. Лоҡ- манова, БР Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары хәрби к о м и с с а р и а т ы н ы ң граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу буйынса бүлеге мөдире В. Шәрәфетдинова ҡушылды. Улар илде һаҡлау оло бурыс, хөрмәткә лайыҡ йөкләмә, ҙур яуаплылыҡ булыуын хеҙмәткә саҡырыусыларҙың иҫтәренә төшөрҙө, һаулыҡ, түҙемлек, көс-ҡеүәт теләне. Һуңынан спорт төрҙәре буйынса көс һынашыуҙар башланды. Хеҙмәткә саҡырылыусы һигеҙ егет үҙ тапҡырлыҡтарын, ҡыйыулыҡтарын күрһәтте. Гер күтәреү буйынса Р. Гәрәев беренсе урын алды, ул 16 килограмм герҙе 70 тапҡыр юғарыға сөйҙө. Турникта күтәрелеү буйынса бер кем дә В. Сәләховҡа тиңләшә алманы, армрестлингта И. Сөләймәнов еңде, 27 секунд эсендә Калашников автоматын һүтеп ҡорған Р. Гәрәевкә етеүсе булманы. Еңеүселәрҙең барыһы ла йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитетының Почет грамоталары менән бүләкләнде. Һәр буласаҡ һалдатҡа хеҙмәттәрендә уңыштар теләнеләр. Тәү ҡарауға “Хеҙмәткә алыныусылар көнө” ябай ғына сара һымаҡ булып тойолһа ла, уға тәрән мәғәнә һалынған. Ул тарих дауамында ил азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап килгән быуындар бәйләнешен кәүҙәләндерә. Илде һаҡлау һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлау һәр ваҡыт граждандарҙың маҡтауға лайыҡлы изге бурысы булды. Һәр йыл һайын тиҫтәләрсә Ҡыйғы егете хәрби кейем кейә һәм илдең төрлө сиктәренә хәрби һаҡҡа баҫа, үҙҙәрен тик өлгөлө яҡтан ғына күрһәтә.