Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
14 Май 2018, 16:56

“РАЙОНДАРҘЫҢ ҠАҘАНЫШЫНАН ДӨЙӨМ ҺӨҘӨМТӘ БАРЛЫҠҠА КИЛӘ”

Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта эш сәфәре менән Ҡыйғы районына килде.

Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры


Андрей Иванюта эш сәфәре менән Ҡыйғы районына килде.

Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов оҙатыуында йәштәр һәм спорт ведомствоһы етәксеһе Үрге Ҡыйғы лицейы эргәһендә каркаслы спорт залы төҙөү барышы менән танышты. Был төҙөлөш былтыр башланғайны. Андрей Иванович башҡарылған эштәргә ыңғай баһа бирҙе, спорт залын төҙөү һәм файҙаланыу буйынса кәңәштәрен еткерҙе. “Бөгөн объектта эштәр тулы ҡеүәттә бара. Спорт залының дөйөм хаҡы 21 миллион һум тәшкил итә. Яңы уҡыу йылында лицей уҡыусыларҙы заманса талаптарға яуап биргән өр- яңы спорт залы менән ҡаршы аласаҡ,” – тип асыҡлыҡ индерҙе район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Т. Хәбиров. Артабан министр район мәҙәниәт йортонда “Чемпиондар балы” спорт байрамында ҡатнашты, район спортсылары төрлө ярыштарҙа яулаған “трофейҙар” менән танышты. Тренерҙарҙы һәм спортсыларҙы уңыштары менән ҡотланы. “Бөгөн беҙҙең республика илдең 85 төбәге араһында спорт һәм физик культура өлкәһендәге күрһәткестәр буйынса 8-се урын биләй. Бында ҡыйғыларҙың да өлөшө бар, сөнки был күрһәткес республиканың барлыҡ райондары һөҙөмтәләренән сығып билдәләнә,” – тине А. Иванюта, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. Райондағы дүрт кластың (2-се урта мәктәптең, лицейҙың, Арыҫлан, Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәптәренең 2-се кластары) “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проектын тормошҡа ашырыуҙағы ыңғай тәжрибәһен билдәләп үтте, был эш яҡын киләсәктә һиҙелерлек һөҙөмтә бирер, тигән ышаныс белдерҙе. Аҙаҡтан Андрей Иванюта балалар һәм күмәк спортты үҫтереүгә тос өлөш индергән спорт ветерандарына, тренерҙарға – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы маҡтау ҡағыҙҙарын, рәхмәт хаттарын, уҡыусыларға, хеҙмәтсәндәргә алтын ГТО знактарын тапшырҙы. Төрлө ареналарҙа район намыҫын яҡлаусы йәш спортсыларҙы, ғаилә командаларын район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев сәләмләне һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Район үҙәге мәктәптәренең “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проектында ҡатнашыусы уҡыусылары өсөн был көндө ГТО фестивале ойошторолдо. Командалар район хакимиәтенән спорт инвентары һатып алыуға сертификаттар алды. Бындай саралар проектта ҡатнашыусы башҡа уҡыусылар өсөн дә ойоштороласаҡ,” – тип аңлатма бирҙе йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе Ф. Ҡазыханов.

С. Исмәғилева. Автор фотоһы.

Читайте нас: