Район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Т. Хәбиров әйтеүенсә, был программа ауыл мәғариф учреждениеларында спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Ремонт эштәрен уҙғарыуға электрон конкурста Үрге Ҡыйғы ауылынан шәхси эшҡыуар Э. Йәнгирова еңгән. Д. Аллаяров етәкселегендәге төҙөлөш бригадаһы ағас тәҙрәләрҙе пластик тәҙрәләргә алмаштырған, бүлмә-ара һәм эвакуация ишектәре ҡуйған. Бөгөн спорт залының түшәме һәм стеналары эшләнә, иҙәне алмаштырыла. Йәш спортсылар өсөн айырым сисенеү бүлмәләре лә буласаҡ.