Һәр спорт сараһы – сәләмәт тормош байрамы, яҡшы кәйеф сығанағы. Был юлы ла кескәй ҡатнашыусыларҙан алып мәктәп уҡыусылары ла, йәштәр ҙә, ветерандар ҙа килде. Иң кескәй велосипедсы Алмаз Мөхөтдиновҡа ни бары 4 йәш, ә иң өлкәне Илдус Әхмәҙуллинға 80 йәш. Һәм бына велосипедсылар колоннаһы флагтар һәм транспаранттар менән Салауат урамы буйлап ҡуҙғалды, һуңынан Ләүзә тыҡрығын үтеп, Ибраһимов урамына сыҡты, район үҙәк дауаханаһынаса барып етеп, артабан район хакимиәте алдындағы майҙанға килеп туҡтаны. Бөтә юл дауа- мында колоннаны ЮХХДИ автомашинаһы оҙатып барҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙың береһе лә арыуына зарланманы, ә ара ярайһы ғына, яҡынса 4 километр ине. Велоуҙыш күтәренке кәйеф менән үҙ-ара ярҙам атмосфераһында үтте, бында тиҙлек иң мөһиме түгел ине. Һауа торошо ла ҡулай булды – көн йылы һәм ҡояшлы торҙо. – Мин спорт байрамында беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайым. Велоуҙыш миңә бик оҡшай, – ти ҡыҙҙарҙың береһе. – Был юлы әхирәттәремде лә ҡатнашырға күндерҙем. Беҙ барыбыҙ ҙа лицейҙан. Әүҙем ҡыйғылар ял көнөн бына ошолай күңелле һәм сәләмәтлек өсөн файҙа менән үткәрҙе, уларҙың күбеһе тотош ғаиләһе менән килгәйне.