Беҙҙең пенсионерҙарҙың көс-дәрте ташып тора. Улар физик әүҙемлектең сәләмәт тормош нигеҙе булыуын яҡшы аңлай. Әйтергә кәрәк, ҡайһы берҙәре физкультура менән даими шөғөлләнмәһә лә, фестивалдә һынатманы, бар тырышлығын һалды. – Беҙ бөгөн барлыҡ сырхауҙарыбыҙҙы өйҙә ҡалдырып килдек. Үҙ йәшебеҙҙә нимәгә һәләтле булыуыбыҙҙы, барлыҡ заданиеларҙы үтәп, лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтеү мөһим. Беҙҙең өсөн үҙ-үҙебеҙҙе еңә алыу иң мөһиме булып тора, – ти эске эштәр бүлеге пенсионеры Р. Зиннурова. – Мин фестивалдәрҙә даими ҡатнашам һәм һәр юлы яҡшы кәйеф, рухи көс алам. Оло йәштәгеләр өсөн бындай саралар үткәрелеүе бик шатлыҡлы. Р. Баймышев, Р. Зиннурова, Ф. Рәхимйәнов, И. Әхмәҙуллин һәм башҡа ветерандар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Улар спорт менән дуҫлыҡтарын өҙмәй, шуға ла ГТО нормаларын тапшырыу уларға артыҡ ҡыйын булманы. Команда иҫәбендә үҙәк район дауаханаһы командаһы – беренсе, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе – икенсе, Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ветерандары өсөнсө урын яуланы. Уларға маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар тапшырылды.