Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
6 Ноябрь 2018, 17:05

Артур Зөлҡәрнәев көрәш буйынса ХVI донъя чемпионаты еңеүсеһе булды

Ҡазанда ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында көрәш буйынса ХVI донъя чемпионаты үтте. Унда донъяның 40 иленән 200-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 8 спортсы сығыш яһаны. Миҙалдар ирекле һәм классик стилдәрҙә яуланды.

Классик стилдәге ярышта 75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында райондашыбыҙ Артур

Зөлҡәрнәев ышаныслы еңеү яуланы.

1995 йылда Арыҫлан ауылында донъяға килгән Артур Зөлҡәрнәев көрәш буйынса Рәсәй чемпионы һәм донъя чемпионы булып тора. Ул шулай уҡ Рәсәй чемпионаттары призеры, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Артур спорт менән бәләкәйҙән шөғөлләнә, уның тәүге тренеры – атаһы Валерий Зөлҡәрнәев. Бөгөнгә егет етди ҡаҙаныштар туплаған: 2009 йылда көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы, 2010, 2011 һәм 2012 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе булды. Бразилияла үткән донъя чемпионатында ул донъя чемпионы титулын яуланы. 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары алдынан Өфө ҡалаһында “Сочи–2014”Олимпия факелын алып барыу хөрмәтенә лайыҡ булды.

Беҙҙең хәбәрсе
Читайте нас: