ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
18 ноябрҙә Кипрҙа коммерция халыҡ-ара турниры тамамланды. «Өфө» футбол клубы финалда Латвияның ғәмәлдәге чемпионы «Рига» футбол клубын еңде һәм ике тапҡыр Korantina Homes Cup еңеүсеһе булды.
Һуңғы алыштың төп ваҡыты 1:1 иҫәбе менән тамамланды. Дмитрий Кириченко командаһы пенальти буйынса «Рига» менән осрашыуҙа еңде (4:2).
Уйында тупты Иван Пауревич индерҙе, ә пенальтиҙы Игорь Дивеев, Александр Пуцко, Дмитрий Живоглядов, Игорь Безденежных бойомға ашырҙы. Вячеслав Кротовҡа 11 метрлыҡ билдә буйһонманы. Көйәрмәндәр ике пенальтиҙы кире ҡаҡҡан «Өфө» ҡапҡасыһы Александр Беленовтың да уйынын билдәләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Кириченко тәрбиәләнеүселәре Рәсәй Премьер-лигаһы чемпионаты барышындағы киләһе уйынды 24 ноябрҙә «Ырымбур»ҙа ҡунаҡта уҙғара.