Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
21 Ноябрь 2018, 13:33

Башҡортостан спортсыһы коляскала фехтование буйынса Донъя кубогында «бронза» алды

Башҡортостандан коляскалағы рапирасы Альберт Камалов Донъя кубогы этабында бронза миҙал яуланы. Спортсы ҡылыс, «В» категорияһында иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде, тип хәбәр иттеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостандан коляскалағы рапирасы Альберт Камалов Донъя кубогы этабында бронза миҙал яуланы. Спортсы ҡылыс, «В» категорияһында иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде, тип хәбәр иттеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.
Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан Камалов менән бергә Тимур Хәмәтшин һәм Никита Нагаев сығыш яһаны. Рәсәйҙәр бөтәһе ике алтын, дүрт көмөш һәм алты бронза миҙал алды.
Халыҡ-ара ярыштарҙы 7-12 ноябрҙә Грузияның баш ҡалаһы Тбилиси ҡабул итте.
Читайте нас: