Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
27 Ноябрь 2018, 15:59

ИҢ КӨСЛӨ БИШӘҮ ИҪӘБЕНДӘ

Ҡыйғы спортсылары Ағиҙел ҡалаһында үтткән республика спорт фесттивалендә яҡшы һөҙөмттәләр күрһәтте. Район намыҫын фестивалдең район этабы еңеүселәре яҡланы.

Лилиә Вәлиәхмәтова (“Шатлыҡ” балалар баҡсаһы) дартс һәм баскетбол кәрзиненә туп ырғытыу буйынса бер кемгә лә ал бирмәне. Алия Сәйетова (Йыланлы урта мәктәбе, 25–34 йәштәрҙәгеләр категорияһы) сәпкә дротиктар ырғытыуҙа икенсе урын яуланы.
Дөйөм иҫәпкә ир-егеттәр ҙә өлөш индерҙе. Винир Әлтәпов (балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе) 45 йәштән уҙғандар араһында баскетбол кәрзиненә туп ырғытыуҙа икенсе урын алды. Уның хеҙмәттәше Денислам Өмөтбаев ошо уҡ ярыш төрөндә өсөнсө урынға сыҡты.
Ир-егеттәр командаһы йүгереү буйынса – беренсе, баскетбол кәрзиненә туп ташлау буйынса өсөнсө урынға лайыҡ булды. Барлыҡ ярыштар һөҙөмтәһендә ҡыйғылыр республиканың иң көслө биш командаһы иҫәбенә инде.
Ф. Ҡазиханов, спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе.

Читайте нас: