Ярышты тантаналы асыу Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә үтте, йәш спортсыларҙы спорт мктәбе директоры А. Уразаев ҡотланы һәм күңелле, матур уйындар теләне. Баш судья В. Ғарифйәнов “КЭС-Баскет” мәктәп баскетбол лигаһында уйнаусы командаларға күнекмәләр өсөн яңы туптар бүләк итте һәм ҡыҫҡаса Ҡыйғы баскетболсыларының лигалағы уңыштары хаҡында һөйләп китте. Был 10 йыл эсендә 2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбе ҡыҙҙары командаһы 4 комплект профессиональ баскетбол формаһы менән бүләкләнгән, “КЭС-Баскет” районға приз рәүешендә 290 туп килтергән, призерҙар 54 кубок һәм 648 миҙал менән бүләкләнгән.
Рәсәй һәм республика гимндары яңғырағандан һуң спортсылар уйын майҙансыҡтарына таралды. Һәр матч һоҡландырғыс, әммә финал уйындары айырата мауыҡтырғыс булды. Финалда “Кэс-Баскет” мәктәп баскетбол лигаһының 2018–2019 йылғы еңеүселәре һәм призерҙары билдәләнде. Егеттәр араһында: Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе – өсөнсө, 2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбе – икенсе,Үрге Ҡыйғы лицейы беренсе урын яуланы. Ҡыҙҙар командалары араһында: Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы – өсөнсө, Йыланлы урта мәктәбе – икенсе, 2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбе беренсе урын алды. Призерҙарға һәм еңеүселәргә “Кэс- Баскет” мәктәп баскетбол лигаһы кубоктары, миҙалдары һәм почет грамоталары тапшырылды. Шулай уҡ уңыш яулауға ҙур өлөш индергән иң оҫта уйынсылар билдәләнде: егеттәр араһында Ғәйфуллин Илгиз менән Хизбуллин Алмаз булһа, ҡыҙҙар араһында Ғәрифйәнова Вилена, Сәхәүетдинова Камилла.