Ярыш Әбйәлил районы Асҡар ауылында үтте. Унда республика ҡала-райондарынан 12 иң көслө команда ҡатнашты.
Беҙҙең район намыҫын Э. Әсфәндийәрова, И. Әминева, А. Латипова, А. Мөхәмәтдинова, Ю. Мөхәмәтдинова, Г. Низамутдинова, И. Мөхәмәтова, А. Минһажеваларҙан торған команда (һүрәттә) яҡланы.
“Тәүге этапта Күмертау командаһынан тыш (ул һуңынан турнирҙың еңеүсеһе булды), барлыҡ командаларҙы еңеп, беҙҙең ҡыҙҙар финалға икенсе булып сыҡты. “Бронза урын” өсөн улар Шишмә районы командаһы менән көрәште. Ике яҡ та бирешергә теләмәне. Ҡыйғы спортсылары берҙәм, көслө ихтырлы булыуҙарын иҫбатланы. Көсөргәнешле алыш һөҙөм- тәһендә улар еңеү яулап, призерҙар араһына инә алды. Ҡыйғы командаһы һөжүмсеһе Гөлзана Низаметдинова судьялар тарафынан беренселектең иң яҡшы һөжүмсеһе тип танылды,” – тип һөйләне беҙгә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер- уҡытыусыһы Роберт Хафизов. Беҙ ҡыҙҙарҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.
С. Исмәғилева.