Районда спорттың был төрө йылдан-йыл популярлаша, быға уның Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы ГТО программаһына индерелеүе булышлыҡ итә. Гер күтәреү спорты йәштәргә тормошта кәрәк булған көс, сыҙамлылыҡ, түҙемлелек кеүек сифаттарҙы бирә.
Шуныһы ла ҡыуаныслы, Ҡыйғы спортсылары һәр кимәлдәге ярыштарҙа даими уңышҡа өлгәшә һәм дөйөм ҡаҙаныштарға тос өлөш индерә.
Әбйәлил районында БР мәғариф министрлығы ҡанаты аҫтында үткән Беренселектә 9 иң көслө команда ҡатнашты, спортсылар таһыллыҡ, техника оҫталығы, сыҙамлыҡ, түҙемлек, еңеүгә ынтылыш һәм ҡыйыулыҡтарын күрһәтте. Үҙ ауырлыҡ категорияһында беҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙар ярышташтарына етди конкуренция тыуҙырҙы. Г. Ғәлина (58 килограмға тиклем), И. мөхәмәтова (63 килограмға тиклем) еңеү яуланы, А. Әхмәҙиева икенсе урынға сыҡты. Егеттәр араһында Д. Нафиҡов (73 килограмдан ауырыраҡ) “бронза” алды. Командалар араһындағы дөйөм һөҙөмтә буйынса ҡыйғылар Почет пьедесталының өсөнсө баҫҡысына күтәрелде. Район йыйылма командаһын тренер- уҡытыусылар Д. Өмөтбаев менән И. мәғәфүров әҙерләне. Беҙ спортсыларыбыҙға яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.
А. Ғарифйәнова, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыу бүлеге мөдире.