“КЭС-Баскет” лигаһында ҡатнашыу беҙҙең мәктәп өсөн яҡшы традиция булып тора. Уҡыусылар район этабында бар командаларҙы ла еңеп, Салауат районы Малаяҙ ауылында төбәк ярышында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Төбәк ярышында командалар һөҙөмтәле матур уйын күрһәтте. Беҙҙең лицей командаһы бер уйында ла еңелмәне. Төп приз өсөн алышта “Вымпел” Дыуан районы командаһы менән уйнаны һәм еңеү яуланы. Ҡыйғылар ҡышҡы каникул көндәрендә лиганың финал уйындарында район намыҫын яҡлаясаҡ. Йәш спортсыларыбыҙҙың үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеп, башҡа командаларҙан яңы күнекмәләргә өйрәнеп, берҙәм команда булып уйнарға өйрәнеүе мөһим булып тора,” – тип бүлеште команданың тренеры, Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы физкультура уҡытыусыһы Б. Носратуллин. Еңеүселәр миҙалдар һәм спорт формаһы комплекты менән бүләкләнгән.
Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбенең баскетболсы ҡыҙҙары төбәк уйынында икенсе урын яулаған һәм шулай уҡ республика этабында ҡатнашасаҡ. Беҙ йәш спортсыларға уңыштар теләйбеҙ.
С. Исмәғилева.