Баскетбол
Өс күрше райондың баскетболсылары Ҡыйғы еренә йыйылды. Яңы йыл кубогы өсөн алышта биш ҡатын- ҡыҙҙар һәм һигеҙ ир-егеттәр командаһы көс һынашты. Ныҡышмалы көрәш һөҙөмтәләре буйынса Үрге Ҡыйғының баскетболсы ҡыҙҙары: 2-се һанлы урта мәктәп һәм ауыл йәштәре командалары пьедесталдың беренсе һәм икенсе баҫҡысына күтәрелде. Дыуандар дуҫтарса матчтың өсөнсө призерҙары исемен яуланы. Ирҙәр араһында Салауат районының Арҡауыл ауылы спортсылары алдынғылыҡты бирмәне, Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы командаһы, Дыуан районы үҫмерҙәрен еңеп, “көмөш” миҙал яуланы.
Хоккей
Балалар хоккей лигаһының сираттағы туры беҙҙең команда иҫәбенә көтөлгән еңеү балдарын өҫтәмәне. Райондың йәш хоккейсылары йылды үҙ боҙҙарында еңелеү менән башлап ебәрҙе. Дыуан районы дружинаһы менән осрашыу күршеләр файҙаһына 5:1 иҫәбенә тамамланды. Йәш хоккейсыларыбыҙға киләһе турҙарҙа уңыш теләйһе ҡала. Шул уҡ ваҡытта райондың үҫмерҙәр командаһы башҡаларға еңеүгә ышаныс ҡалдырманы. Тренер В. Әлтәповтың тәрбиәләнеүселәре дыуандар ҡапҡаһына 4 шайба индерҙе, улар бер гол менән генә яуап ҡайтара алды. Ҡыйғы һәм Мәсетле райондары командалары осрашыуы боҙ хужалары файҙаһына минималь айырма (2:1) менән тамамланды. Мәсетле үҫмерҙәре Дыуан районы командаһын 7:1 иҫәбе менән еңде.
… быймала
Түбәнге Ҡыйғы ауылында ғәҙәти булмаған турнир – быймалы хоккей ярышы үтте. Унда ветерандар, студенттар, уҡыусылар һәм ауыл йәштәрен берләштергән биш команда ҡатнашты. “Был уйын беҙҙең ауылда ҙур популярлыҡ яулаған һәм беренсе тапҡыр ғына үткәрелмәй – быйма һәр береһендә бар! Йыл һайын ҡатнашыусылар һәм көйәрмәндәр һаны арта ғына бара,” – тип ҡыуана ысын ҡышҡы аяҡ кейемен кейгән хоккейсылар.
Волейбол
Волейбол уйынының ғәҙәти (классик) төрөн яратыусылар Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәбенең спорт залында дуҫтарса матчҡа йыйылды. Уйын мауыҡтырғыс үтте, спортсылар осрашыуҙан ҙур күңел күтәренкелеге алып таралды.