Янғыҙ сығыш яһаусылар араһында 1-се урынды Фидель Ғәлләмов (2-се урта мәктәп) яуланы. 2-се урынға – Анида Әхмәтова (лицей), 3-сө урынға Айгизә Дилмөхәмәтова (2-се урта мәктәп) лайыҡ булды. Парлы шыуыуҙа кесе йәш төркөмөндә 1-се урынды – Альмир Мөфлихунов менән Элина Мөхәмәтнурова (2-се урта мәктәп), 2-се урынды – Ратмир Закиров менән Дмитрий Әхмәҙишин (2-се урта мәктәп) яуланы. Өлкән йәш төркөмөндә 1-се урынға – Аделина Мөфлихунова менән Лиана Мөхәмәтнурова (2-се урта мәктәп), 2-се урынға Камилла Аббосова менән Эвелина Сакаева (2-се урта мәктәп) сыҡты.
Г. Йәнгирова.