Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе хоккей майҙансығы сираттағы турнирҙы уҙғарыу урыны булып торҙо. Был юлы боҙ өҫтөнә беҙҙең район, Силәбе өлкәһе Сим ҡалаһы һәм Салауат районы хоккей ветерандары сыҡты. Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһендә Ҡыйғы районы командаһы беренсе урынға сыҡты. Икенсе урынға – Сим ҡалаһы, өсөнсө урынға күрше Салауат районы командаһы лайыҡ булды.
МАТУР МАТЧТАР УҘҒАН
Ҡышҡы канкул көндәрендә Иҫке Мөхәмәт һәм Йүкәлекүл ауылдары командалары араһында иптәштәрсә осрашыуҙар уҙған. Ике матч һөҙөмтәһендә лә Йүкәлекүл командаһы еңеү яулаған. Йүкәлекүл ауылында егеттәр менән Анил Хилажев һәм Жан Исмәғилев, Иҫке Мөхәмәттә Әсҡәр Кәлимуллин шөғөлләнә. Ике осрашыуҙа ла Йүкәлекүл командаһы ағзалары Азамат Арсланов, Рәмил Хужин, Илнар Ғирфановтар иң көслә уйынсылар булып танылған.