Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
23 Ғинуар 2019, 11:37

САҢҒЫ ЮЛЫ, МИНЕ ЕҢЕҮГӘ ИЛТ!

Бөтә Рәсәй ҡар көнөндә ауыл биләмәләре, ойошма- учреждениелар спортсылары араһында район хакимиәте башлығы призына саңғы эстафетаһы үтте. Үрге Ҡыйғы ауылының “Йәшлек” стадионы спорттың ГТО комплексына индерелгән был төрөн үҙ итеүселәрҙе йыйҙы.

Старт алдынан саңғысыларҙы район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов тәбрикләне. Үрге Ҡыйғы ауылы биләмәһе исеменән бер нисә команда ҡатнашты. Уларҙан Абзай һәм Үрге Ҡыйғы ауылы биләмәләре лә ҡалышманы.
Ярыш башланыр алдынан Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡыусылары саңғы юлында контроль күнекмә уҙғарҙы. Саңғы трассаһындағы ярыш һөҙөмтәләре буйынса I урынды – Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе, II урынды – Арыҫлан командаһы, III урынды Абзай саңғысылары яуланы.
Район ойошма һәм учреждениелары араһында I урынға – татыу һәм көслө Абзай урта мәктәбе, II урынға – Дыуан күп профилле колледжының Ҡыйғы филиалы һәм III урынға Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе командалары сыҡты. Еңеүселәр кубоктар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
ШАЙБА ҠАПҠАЛА
Саңғы трассаһында барған ярыштарға параллель рәүештә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең хоккей майҙансығында төньяҡ-көнсығыш райондар командалары араһында Балалар хоккей лигаһының сираттағы календарь уйындары үтте.
Ҡыйғы һәм Дыуан райондары командалары араһында барған матчта Дыуан районы хоккейсылары, ҡаршы ҡапҡаға ете шайба индереп, еңеүсе булды. Ҡыйғылылар яуапҡа дүрт шайба ғына индерә алды. Беҙҙең команданың Мәсетле районы командаһы менән осрашыуы күпкә уңышлыраҡ тамамланды. Ҡыйғылылар 9:1 иҫәбе менән еңеп сыҡты.
Беҙҙең команда ҡапҡаһын Ратмир Йәғләмүнов һаҡланы. Көйәрмәндәр фекере буйынса беҙҙең команданың иң яҡшы уйынсылары тип һөжүм итеүселәр Линар Хисамутдинов, Раил Әздерханов һәм һаҡлаусы Илназ Йосопов танылды.
Л. Саҙретдинова. Автор фотолары.

Читайте нас: