Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
1 Февраль 2019, 17:44

Зона турниры

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә төньяҡ-көнсығыш райондар мәсеттәре араһында волейбол буйынса турнир үтте.

Был спорт сараһын урындағы “Нурлы Ислам” дини ойошмаһы (имам-хатип Р. Хәбибуллин һәм мәзин И. Хәкимйәнов) ойошторҙо. Районда волейболды популярлаштырыу, иң көслө командаларҙы асыҡлау, халыҡтың әүҙем ялын ойоштороу, һаулығын нығытыу сараның төп маҡсаттары булды. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты мөфтөйө урынбаҫары Айнур Бирғәлин саҡырылғайны.
Турнирҙа һигеҙ команда ҡатнашты.
Сәләмләү телмәре менән БР мосолмандары диниә назараты мөфтөйө урынбаҫары А. Бирғәлин, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитет рәйесе Ф. Ҡазиханов, Үрге Ҡыйғы ауылындағы “Нурлы Ислам” мәсете имам-хатибы Р. Хәбибуллин, имам-мөхтәсиб Ғәбдел Ҡәүи хәҙрәт, Абзай ауылы мәсете имам-хатибы сығыш яһаны. “Ислам дине үҙ һаулығың һәм яҡындарыңдың һаулығы тураһында ҡайғыртырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өйрәтә. Бөгөнгө сара – быға асыҡ миҫал,” – тин билдәләне Айнур Бирғәлин.
Уйындар барышында Иҫке Мөхәмәт ауылы волейболсыларына тиңләшеүселәр булманы. Улар хаҡлы рәүештә беренсе урын һәм чем- пион кубогын яуланы. Икенсе урынға – Мәсетле районы командаһы, өсөнсө урынға Малаяҙ ауылы мәсете волейболсылары сыҡты. Туғыҙлы ауылы командаһы дүртенсе урын менән ҡәнәғәтләнде. Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
Л. Саҙретдинова.

Читайте нас: