Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
6 Февраль 2019, 16:50

Башҡортостанда спорт мәктәптәре тренерҙарын аттестациялау системаһы тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары спорт мәктәптәре тренерҙарын аттестациялау системаһы тураһында закон ҡабул итте. Төбәк парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, төҙәтмәләр ярҙамында, эш урынына ҡарамайынса, бөтә тренерҙарҙың социаль ғәҙеллеге проблемаһы хәл ителде.

«Бөгөн спорт мәктәптәренең бер өлөшө мәғариф ҡарамағында, икенсе өлөшө спорт тармағы ҡарамағына тапшырылған, — тип аңлата Константин Толкачев. — Тәүгеләренең хеҙмәткәрҙәре — уҡытыусылар. Улар өсөн аттестация системаһы һәм квалификациялы категориялар биреү системаһы бар. Спорт тармағындағы спорт мәктәптәрендә эшләгән тренерҙар педагогик хеҙмәткәрҙәр иҫәбенә инмәй. Уларға аттестация үткәрелмәне, квалификациялы категориялар бирелмәне. Был уларҙы аттестация үткән коллегалары менән сағыштырғанда тигеҙ булмаған хәлгә ҡуйҙы».
Ваҡытлыса компенсацияларға ҡарамаҫтан, квалификацияһыҙ тренерҙарҙың хеҙмәткә түләү шарттары айырыла ине.
«Ҡабул ителгән закон спорт тармағындағы спорт мәктәптәрендә эшләгән тренерҙар өсөн аттестация билдәләне, уларға мәғариф тармағындағы коллегалары менән тиң хоҡуҡ бирҙе», — тине республика Дәүләт Йыйылышы спикеры.
Законға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Ул рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң көсөнә инә.
Читайте нас: