Башҡортостан Республикаһының волейбол буйынса чемпионатының Урал аръяғында уҙған төбәк этабында беҙҙең район командаһы беренсе урын яуланы һәм финалға сығыу хоҡуғын алды.
“Г. Фәхретдинова, Э. Әсфәндийәрова, Г. Низамутдинова, А. Мөхәмәтдинова, А. Латипова, Ю. Мөхәмәтдинова, И. Әминеваларҙан торған команда ышаныслы һәм көйлө сығыш яһаны. Оҫта уйындары менән улар Хәйбулла һәм Йылайыр райондары командаларына еңеүгә бер ниндәй ышаныс ҡалдырманы. Ике осрашыу ҙа беҙҙең файҙаға 3:0 иҫәбе менән тамамланды. Сибай спортсылары менән дүрт партия уйнарға тура килде, береһендә еңелдек, әммә өсөһөндә еңдек. Һөҙөмтәлә финалға Ҡыйғы районы һәм Сибай ҡалаһы командалары сыҡты,” – тип һөйләне команда тренеры Р. Хафизов.
Чемпионатты ойоштороусы – БР-ҙың волейбол федерацияһы тарафынан беҙҙең райондың ике спортсыһы – Г. Фәхретдинова менән Э. Әсфәндийәрова иң яҡшы уйынсылар тип танылған.
Беҙ ҡыҙҙарға республиканың иң көслө командалары араһында уҙасаҡ финалда уңыштар теләйбеҙ.
Әйткәндәй, чемпионаттың ир-егеттәр араһындағы төбәк этабы 9 февралдә Үрге Ҡыйғы ауылында физикультура-һауыҡтырыу комплек- сында үтәсәк. Көйәрмәндәр, рәхим итегеҙ!