Сараны асып, район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов иң популяр ҡышҡы спорт төрөн үҙ итеүселәрҙе йылы сәләмләне, барыһына ла уңышлы старт, ныҡлы сәләмәтлек, маҡсаттарына өлгәшеүҙә уңыштар теләне.
Саңғы трассаһында ярыш йәш төркөмдәре буйынса барҙы. Иң тәүҙә кесе кластар уҡыусылары стартҡа баҫты. Уларҙы ата- әсәләре, тренерҙары, көйәрмәндәр еңеүгә дәртләндерҙе. Ярышта тәүге тапҡыр ҡатнашыусы ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ныҡышмалылығына һоҡланырлыҡ ине: күптәре, бер нисә тапҡыр йығылыуҙарына ҡарамаҫтан, тиҙ генә тороп, финишҡа уҡталды, ҡайһы берҙәре дистанцияны таяҡһыҙ үтте (сөнки буйҙарына ярашлы таяҡтар табылмаған). Йөҙҙәре алланған, хәлдән тайған, әммә ҡәнәғәт балалар бер-бер артлы финиш һыҙығын үтте. Иң етеҙҙәре призерҙар исемлегенә инде.
Спорт байрамында ҡатнашыусылар араһында тотош ғаиләләрҙе күреү – шатлыҡлы хәл. Балалар менән бергә ата-әсәләр, олатайҙар саңғы юлына баҫты.
Районда хеҙмәт коллективтарының спорт менән шөғөлләнеүе тенденцияға әүерелә. Был йәһәттән Ҡыйғы РЭС-ы, район үҙәк дауаханаһы коллективтары, ауыл биләмәләре араһында арыҫландар, абзайҙар, түбәнге ҡыйғылар айырылып тора.
Ветерандар араһындағы уҙыш көйәрмәндәрҙә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Оло йәштәге – 60-тан һәм 70-тән уҙған һәүәҫкәр спортсыларҙың рухи көсө, тормошҡа ҡарата дәрте йәштәр өсөн өлгө булып тора. Төрлө һылтау табып ярышта ҡатнашыуҙан ситләшеүселәргә улар тағы ла бер тапҡыр спорттың файҙалы һәм күңелле булыуын иҫбатланы. Сөнки спортты яратыусылар рекорд артынан ҡыумай, улар физкультура менән шөғөлләнеүҙән ҙур ҡәнәғәтлек ала, үҙ һаулыҡтарын нығыта.
Был көндө иң етеҙҙәр бүләкһеҙ ҡалманы. Еңел булмаған алышта һынатмайынса призлы урынға сығыусылар почет пьедесталына күтәрелде. Уларҙың барыһына ла миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары, Бөтә Рәсәй саңғы ярышы логотибы менән башлыҡтар тапшырылды. Ойоштороусылар барлыҡ уңайлыҡтарҙы булдырырға тырышҡан. Стадион һәм парк буйлап үтеүсе уҙыш трассаһы яҡшы итеп әҙерләнгәйне. Кафе хеҙмәткәрҙәре ҡайнар сәй тәҡдим итте. Дөйөм алғанда, ҙур һәм матур спорт байрамы килеп сыҡты. Ярышта ҡатнашыусылар ғына түгел, көйәрмәндәр ҙә бик күп ыңғай тойғолар, күтәренке кәйеф алды.