«Бөгөн команда лидерҙары Григорий Панин һәм Владимир Жарков вертолёттарҙа Башҡортостандың Урал аръяғы ҡалаларына
килде. Аҡъярҙа һәм Сибайҙа улар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, автограф-сессиялар үткәрә, урындағы йәш хоккейсылар менән аралаша, — тине «Салауат Юлаев»тың генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Александр Курносов. — Сибайҙағы хәл тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ, шуға күрә балалар менән осрашырға тәҡдим иткәс, улар унда барыу һәм урындағы хоккейсылар менән уйнау тураһында башланғысыбыҙҙы хупланы. Беҙгә Сибай хакимиәте башлығы мөрәжәғәт итте. Эш шунда: «Ирәндек» боҙ һарайында һыуытыу ҡулайламалары насар хәлдә булған. «Салауат Юлаев» һәм «Торос» уйынсылары, тейешле сумманы йыйып, урындағы һарайға күсерҙе. Боҙҙоң сифаты ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлайбыҙ, айырыуса йәш хоккейсыларҙы әҙерләгәндә».