Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
20 Февраль 2019, 14:56

500 һәүәҫкәр Өфө саңғы марафонында ҡатнаша

23 февралдә Өфөлә «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында Өфө саңғы марафоны уҙа. 15-70 йәшлек һәм унан да өлкәнерәк 500-ҙән ашыу һәүәҫкәрҙең ҡатнашыуы көтөлә.

23 февралдә Өфөлә «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында Өфө саңғы марафоны уҙа. 15-70 йәшлек һәм унан да өлкәнерәк 500-ҙән ашыу һәүәҫкәрҙең ҡатнашыуы көтөлә.
Марафонда ҡатнашыусыларға һайлау буйынса 2019 метр, шулай уҡ 20 саҡрым, 30 саҡрым һәм 50 саҡрым арауыҡтары тәҡдим ителә. Ирекле стилдә йөрөргә мөмкин.
Ярыш йомғаҡтары буйынса һәр ҡатнашыусыға финишер миҙалы тапшырыла. Ә 50 саҡрым (ир-егеттәр) һәм 30 саҡрым (ҡатын-ҡыҙҙар) арауығында абсолют зачетта 1-6 урын алғандар миҙалдар, дипломдар һәм аҡсалата приздар — 20 һәм 30 мең һум менән бүләкләнә. Башҡа дистанцияларҙа ярыш еңеүселәре һәм призерҙары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Уларҙы дипломдар, миҙалдар һәм иҫтәлекле приздар көтә.
Ҡатнашыусыларҙы теркәү — сайтта. Асыу тантанаһы иртәнге сәғәт 11-ҙә була. Ойоштороусылар тамашасыларға интерактив һәм тәмле һалдат бутҡаһы әҙерләй.
Читайте нас: