Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
19 Март 2019, 17:46

СПОРТ ТРАДИЦИЯЛАРЫ КӨСӨН ЮҒАЛТМАЙ

Ҡышҡы спорт сезоны “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите призына саңғы ярышы менән тамамланды.

Иң популяр спорт төрөн үҙ итеүселәр – йәш спортсыларҙан алып ветерандарға тиклем Үрге Ҡыйғы ауылында Кәжегер тауы итәгенә йыйылды. Мәктәп уҡыусыларынан тыш, сарала ауыл йәштәренең һәм өлкән быуын вәкилдәренең дә ҡатнашыуы ҡыуаныслы, әлбиттә. Көйәрмәндәр ҙә байтаҡ булды. Ярышта ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы А. Ғәйфуллин, Ҡыйғы мәғлүмәт үҙәге директоры (баш мөхәррире) Г. Ғәлиуллина сәләмләне. Улар район гәзите призына саңғы ярышының традиция ғына түгел, ә тотош бер тарих булып тороуын билдәләне. Сара үткәрелә килгән дәүерҙә район гәзите бер нисә тапҡыр исемен алмаштырырға өлгөргән, ләкин ул үҙ традицияларына тоғро ҡала. Әллә күпме саңғысылар быуыны алмашынған инде, ярышта элек уҡыусылар сифатында ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәре бөгөн тренерҙар булып эшләй. Йәш спортсыларҙың сафы кәмемәүе шатландыра. Иң тәүҙә саңғы юлына өлкән кластар уҡыусылары сыҡты. Уҙыш 12 йәш категорияһы буйынса төрлө дистанцияларҙа барҙы. 30 секунд һайын старт алған саңғысылар еңеүгә бар тырышлығын һалды, ҡышҡы сезонды призерҙар иҫәбендә тамамларға уҡталды. Яҙғы көн ҡояш нурҙары һәм йылы һауа торошо менән шатландырҙы, алдан яуған ҡар саңғы трассаһы торошон яҡшыртыуға булышлыҡ итте. Һәр ҡайҙа күңелле һәм татыу атмосфера хөкөм һөрҙө. Сара ойошҡанлы үтте, ҡатнашыусыларға ла, көйәрмәндәргә лә бары тик ыңғай уй - тойғолар бүләк итте. Йомғаҡ яһау һәм иң көслөләрҙе бүләкләү мәле иң күңеллеһе булды. Ҡыйғы мәғлүмәт үҙәге директоры (баш мөхәррире) Г. Ғәлиуллина барлыҡ спортсыларға һәм тренерҙарға әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе. “Беҙ бөгөн саңғы сезонын ябып, сағыу нөктә генә ҡуйманыҡ, ял көнөндә ваҡытыбыҙҙы файҙалы үткәрҙек,” – тип билдәләне ул һәм барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, яңынан-яңы еңеүҙәр теләне. “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите редакцияһы, ярышты уҙғарыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитет коллективтарына рәхмәт белдерә.


С. Исмәғилева. Автор фотоһы.

Читайте нас: