Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
21 Март 2019, 16:53

Яҡташыбыҙ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Махсус Олимпиада «бронза»һын яуланы

16 йәшлек Оксана Пушкарева Абу-Даби ҡалаһында Бөтә донъя махсус олимпиада уйындарында 100 метрға брасс менән йөҙөү ярышында бронза миҙал яуланы. Был хаҡта Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Оксана Пушкарева – Туймазы ҡалаһының коррекция мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе һәм Бөтә донъя уйындарында берҙән-бер Башҡортостан вәкиле. Ҡыҙға ярышҡа барырға «Рәсәйҙең махсус олимпиадаһы» аҡыл үҫеше йәһәтенән артта ҡалған инвалидтарға булышлыҡ күрһәтеү буйынса йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ярҙам иткән.
8 мартта Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһында башланған уйындар 22-һенә тиклем бара. 190 илдән меңдән ашыу спортсы спорттың 24 төрөндә көс һынаша.
Читайте нас: