Райондың йыйылма командаһы Свердловск өлкәһе Красноуфимск ҡалаһында Олимпия чемпиондары В.П. Веденин һәм С.В. Чепиков приздарына үткән асыҡ өлкә ярышында ҡатнашты. Район намыҫын Тимур Низаметдинов, Фидан Хизбуллин, Элина Баймөхәмәтова, Алһыу Ғатауллина, Данил Фәссәхов, Илназ Ғайнанов, Вилиә Яҡупова, Гөлназ һәм Айгөл Ғатауллиналар, Аделина Исхаҡова, Ғәлиәбаныу Ғәбитова, Регина Вәлиева, Ильмир Ҡорбанғәлиев, Динис Вәлиуллиндар яҡланы. Ҡыҙҙар һәм малайҙар команда спринтында (3- әрләп 2; 500 м) уҙышты.
2003–2004 йылғылар категорияһында Ғәлиәбаныу Ғәбитова менән Регина Вәлиева – икенсе, Аделина Исхаҡова менән Айгөл Ғатауллина – өсөнсө; малайҙар араһында Динис Вәлиуллин менән Ильмир Ҡорбанғәлиев өсөнсө урын яуланы. 2005–2006 йылғылар категорияһында Гөлназ Ғатауллина менән Вилиә Яҡупова өсөнсө урын алды. Үрге Ҡыйғы ауылынан Ғәниевтәр ғаиләһе “Газпром төбәк-ара газ Өфө” ЯСЙ-һы һәм “Газпром газ бүлеү Өфө” ААЙ-һы хеҙмәткәрҙәре араһында ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса үткәрелгән ХХ Спартакиадала бронза призер булды. Республикалағы барлыҡ филиалдарҙан иң көслө саңғысылар йыйылған спартакиада Өфө ҡалаһының биатлон комплексында үтте.
Ғәниевтәр улдары Динияр менән сарала икенсе йыл рәттән ҡатнашты һәм былтырғыса почетлы 3-сө урын яуланы. Бынан тыш, Динияр (һүрәттә) 7–10 йәштәрҙәге балалар араһында еңеүсе булды, ҡустыһы Рәүил 5–6 йәштәрҙәгеләр араһында 6-сы һөҙөмтә күрһәтте.
“Беҙ ғаиләбеҙ менән саңғы спортын яратабыҙ. Улдарыбыҙ өсөн һәр яҡлап өлгө булырға тырышабыҙ. Бергәләп район ярыштарында йыш ҡатнашабыҙ. Даими рәүештә күнекмәләр уҙғарабыҙ,” – тип уртаҡлаша ғаилә башлығы Леонид.