Салауат ҡалаһынан 18 йәшлек йөҙөүсе Полина Егорова федераль ярыштарҙа сираттағы миҙалын яуланы. Мәскәүҙә Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалына лайыҡ булды, тип хәбәр ителә Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһының рәсми сайтында.
Полина Егорова баттерфляй менән 100 метрға йөҙөүҙә икенсе булып килде. Беренсе урынды Мәскәү спортсыһы Светлана Чимрова алды. Бронза миҙалға Иркутск өлкәһе вәкиле Наталья Можина лайыҡ булды.