Башҡортостандың фехтование буйынса йыйылма командаһы Сочиҙа үткән Рәсәй чемпионатынан көмөш миҙалдар менән ҡайтты. Бразилияла олимпия чемпионы Тимур Сафин һәм ил чемпиондары Тимур Арыҫланов, Асҡар Хәмзиндан торған республика йыйылмаһы финалда Мәскәү өлкәһе спортсыларынан еңелде.
Республика йыйылмаһы ағзаһы Искәндәр Әхмәтов та үҙенең командаһына ярҙам итә алманы. 2010 йылдан Мәскәү өлкәһе рапирасылары ете тапҡыр рәттән ил чемпиондары булды. 2017 йылда Башҡортостан йыйылмаһы был серияны өҙҙө, бер йылдан һуң үҙенең уңышын йәнә ҡабатланы. Быйыл Мәскәү өлкәһе рапирасылары алдынғылыҡты кире ҡайтара алырмы, юҡмы әллә алтын миҙалдар өсөнсө тапҡыр рәттән Өфөгә юлланырмы, тип көттө барыһы ла.
Мәскәү өлкәһе ике йыллыҡ тәнәфестән һуң Рәсәйҙең иң шәп командаһы исемен үҙенә кире ҡайтарҙы — 45:37.