Германияның Таубербишофсхайм ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында рапирала фехтование буйынса Донъя кубогы этабы тамамланды. Унда Рәсәй йыйылмаһы команда турнирында еңеү яуланы. Финалда Өфө рапирасылары Аделина Заһиҙуллина һәм Анастасия Иванова рәсәйҙәр Инна Дериглазова һәм Лариса Коробейникова менән бергә Франция спортсыларын 45:33 иҫәбе менән еңде.
Сирекфиналда Рәсәй командаһы Япония йыйылмаһынан көслөрәк булып сыҡты — 45:14. Ә ярымфиналда 45:41 иҫәбе менән Италия рапирасыларын еңде. Бынан тыш, Өфөнән Анастасия Иванова шәхси иҫәптә көмөш миҙал алды.
Өфө рапирасыларының тренерҙары — Лира Грушина һәм Егор Попов, тип хәбәр итә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.