Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
25 Июнь 2019, 16:47

Ихата командалары матчы

Йәйге каникул – мәктәп уҡыусылары өсөн күңелле осор. Улар күп ваҡыттарын саф һауала уҙғара. Футбол уларҙың яратҡан уйындарының береһе булып тора.

Йәйге каникул – мәктәп уҡыусылары өсөн күңелле осор. Улар күп ваҡыттарын саф һауала уҙғара. Футбол уларҙың яратҡан уйындарының береһе булып тора.
Үрге Ҡыйғы ауылының “Йәшлек” стадионында “Берҙәм Рәсәй” партияһы инициативаһы буйынса үткәрелгән ихата командалары лигаһы чемпионатының муниципаль этабы үтте. Матчты асыу церемонияһында ҡатнашыусыларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары В. Сәйфуллин, партия яҡлыларҙың урындағы советы рәйесе А. Монасов, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитет рәйесе Ф. Ҡазиханов, ярыштың баш судьяһы А. Колодкин сәләмләне.
Футбол яланына йәрәбә буйынса дүрт команда сыҡты: икеһе Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбенән һәм Үрге Ҡыйғы ауылы лицейынан, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенән берәр команда.
“Турнирҙың формулаһы уйындарҙа үҙ эҙен ҡалдырҙы. Еңелеү команданы төп кубок өсөн көрәштән мәхрүм иткәнлектән, барлыҡ уйындар ҙа көсөргәнешле һәм ҡыҙыу барҙы,” – тип һөйләй Вадим Дамил улы.
Һөҙөмтәлә Түбәнге Ҡыйғы ауылынан “Спартак” командаһы турнирҙың еңеүсеһе булыуға өлгәште. Лицей уҡыусылары – икенсе, Түбәнге Ҡыйғы ауылының “Зенит” командаһы өсөнсө урын яуланы. Еңеүселәргә “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенән дипломдар, кубоктар, миҙалдар тапшырылды.


Автор фотоһы.
Читайте нас: