Каруанһарай алдындағы майҙанда кеше күп булды. «Өфө» футбол клубы «Краснодар» менән өйҙәге беренсе уйын алдынан команданың яңы уйынсылары һәм 2019/2020 миҙгелендәге яңы форма менән таныштырҙы.
Яңы кейемде Тургай Мохбалиев, Даниил Фомин, Данила Емельянов, Николай Гиоргобиани һәм Андрей Козлов күрһәтте. Башланып торған Рәсәй Премьер-лигаһында һәм Ил кубогында «өфөләр» Joma фирмаһынан ғәҙәттәге ҡыҙыллы-аҡлы формала сығыш яһаясаҡ. Ә бына ҡунаҡта кейә торған ҡара форманы был юлы фиалка төҫөндәгеһенә алмаштырырға ҡарар ителде.
Башҡортостан командаһы футболсылары ҡултамғаларын таратты һәм теләүселәр менән селфи төштө.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Өфө» футбол клубының яңы миҙгелдә беренсе уйыны 20 июлдә сәғәт 4-тә башлана. Вадим Евсеевтың тәрбиәләнеүселәре «Краснодар» менән осраша.