4 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Спорт әҙерлеге үҙәге базаһында йәш спортсылар өсөн ойошторолған бокс буйынса оҫталыҡ дәресендә булды. Тренировканы Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, бокс буйынса донъя чемпионы Николай Валуев үткәрҙе.
– Был минең өсөн бик мөһим көн. Сөнки мин бокс ҡорамына килдем, – тине легендар спортсы сәләмләү телмәрендә. – Радий Фәрит улы менән һеҙҙең республикала ошо спорт төрөн үҫтереү йәһәтенән нийәт-пландарыбыҙ күп. Шуға ла бындай осрашыуҙар һәм хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер.
Республика етәксеһе фекеренсә, Башҡортостан яҡын арала иң юғары кимәлдәге спорт ярыштарын үткәреүгә дәғүә итәсәк. Бының өсөн заманса яңы майҙансыҡтар төҙөләсәк.
– Республикала һәм Өфөлә өр-яңы спорт объекттары барлыҡҡа киләсәк. Көрәш һарайы юғары әҙерлек кимәлендә. Бокс буйынса шөғөлләнеү өсөн тағы ла бер ҙур майҙан волейбол базаһында барлыҡҡа киләсәк, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш беҙ әле 2021 йылда республикала үҫмерҙәр араһында грек-рим, ирекле һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса Донъя беренселеге ҡабул итеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Көрәш буйынса халыҡ-ара федерация үҙ ҡарарын сығарҙы тиһәң дә була. Был мөһим сара. Сөнки ҙур ярыштарҙан һуң спорт секцияларына килеүсе балалар һаны бермә-бер арта. Беҙҙең өсөн был бик мөһим.
Радий Хәбиров шулай уҡ Өфөлә Бокс буйынса Николай Валуев мәктәбен асыу тураһында килешеүҙәр алып барылыуын белдерҙе.
– Үҙебеҙҙең алға ҡуйған төп бурыстарҙың береһе – ул күләмле спортты үҫтереү. Әгәр ҙә тренерҙар беҙҙең фекерҙе хуплаһа, бокс мәктәбе өсөн тап Спорт үҫтереү үҙәгендәге майҙанды күҙ уңында тотабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Оҫталыҡ дәресенән һуң Радий Хәбиров һәм Николай Валуев йәш спортсылар менән аралашты, тренерҙар менән тармаҡҡа бәйле актуаль һорауҙар буйынса фекер алышты.