Үрге Ҡыйғы ауылының “Йәшлек” стадионында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проекты сиктәрендә ихата футболы Лигаһы уйындарының төбәк этабы үтте.
Муниципаль этап еңеүселәре республика финалына сығыу хоҡуғы өсөн көрәште. Ярыштарҙа буш ваҡытында туп артынан йүгерергә яратҡан ҡәҙимге балалар ҡатнашты. Улар араһында ҡыҙҙар ҙа бар ине. Беҙҙең райондан йыйылма командаға Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәбенең һигеҙенсе класс уҡыусыһы Гөлүзә Фәттәхова инде, ул команданың ҡапҡа һаҡсыһы. Мәсәғүт ауылы урта мәктәбенең туғыҙынсы класс уҡыусыһы Лидия Конышева – Дыуан районы командаһында һаҡсы булды.
Турнирҙы район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов асты. Ул йәш спортсыларҙы ҡотланы һәм уңышлы уйындар теләне. Ярышты асыу тантанаһында спортсыларҙы шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары В. Сәйфуллин ҡотлап китте.
Көсөргәнешле һәм мауыҡтырғыс барған алыштан һуң 2:0 иҫәбе менән Салауат районы командаһы финал матчында уңышҡа иреште һәм турнирҙың еңеүсеһе булды. Икенсе урын – Ҡыйғы районы командаһы иҫәбендә, Дыуан районы футболсылары өсөнсө урынды биләне.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы уйынсылар билдәләп үтелде.