Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
8 Август 2019, 11:24

КҮҢЕЛ КҮТӘРЕНКЕЛЕГЕ ҺӘМ РУХ-ДӘРТ АЛЫП

Үрге Ҡыйғы ауылында район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда “Йондоҙ менән зарядка” төбәк акция-эстафетаһы үтте.

Үрге Ҡыйғы ауылында район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда “Йондоҙ менән зарядка” төбәк акция-эстафетаһы үтте. Уны “Батыр” көрәш клубын ойоштороусы, спорт мастерына кандидат, каратэ киокушинкай буйынса ҡара билбауға эйә, Яңғыҙаҡ көрәш һәм Көрәш оҫталығы Федерацияһы ағзаһы Артур Хөснөтдинов үткәрҙе.
Сара республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә лә үткәрелә. Ул Өфө ҡалаһында Бөтә донъя сәләмәтлек көнөндә старт алды. Эстафетаны беҙгә Салауат районы тапшырҙы.
Бер аҙ ваҡытҡа майҙан асыҡ һауалағы стадион төҫөн алды. Бында төрлө ойошма һәм учреждениеларҙың хеҙмәткәрҙәре, әүҙем тормош алып барыусылар йыйылды. Күңелле музыка уйнаны. Зарядка башлар алдынан йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А. Ғәйфуллин тәбрикләне. “Батыр” клубы тәрбиәләнеүселәренең күрһәтмә сығышы булды. Акцияла ҡатнашыусылар белдереүенсә, улар көн буйына етерлек күңел күтәренкелеге һәм дәрт алды. Эстафета Мәсетле районына тапшырылды.


Автор фотоһы.
Читайте нас: