Һис ҡайсан бирешмәй, ауырлыҡтарға, арыу-талыуға ҡарамай аҙағынаса көрәшергә. Көрәш келәменә сыҡҡас, ярышташыңдың физик мөмкинлектәре, данынына ҡарамай, ҡурҡып ҡалмаҫҡа. Яҡташыбыҙ, билғау алышы һәм көрәштә күп тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Артур Зөлҡәрнәйев 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса спорттың Олимпия уйыны булмаған төрҙәре буйынса Башҡортостан Республикаһының иң һөҙөмтәле спортсыһы тип табылған. Көрәш залдарынан ситтә иһә, Артур һәр кешегә асыҡ күңелле, алсаҡ, барыһы менән дә еңел аралашыусан йәш кеше, йөҙөнән һис ҡасан ихлас йылмайыу китмәй.
Артур, Зөлҡәрнәйевтар тоҡомо районда милли көрәштең кәүҙәләнеше булып тороуы менән дан алған, тип әйтһәм, бер ҙә артыҡ булмаҫ, моғайын. Һин спорттың был төрөндә тәүге аҙымдарыңды нисек яһаның?
Минең – ти, ул йылмайып, – көрәшсе булмау мөмкинлегем дә булманы. Бында, бәлки, нәҫелем дә ҙур әһәмиәт уйнағандыр. Һеҙ дөрөҫ әйтеп киттегеҙ, ысынлап та атайым яғынан олатайым да, бабайҙарым, ағайҙарым да танылыу алған көрәшселәр булған, улар яҡын тирәләге һабантуйҙарҙа алдынғылыҡты береһенә лә бирмәгән. Атайым, нисек кенә ғәжәйеп яңғырамаһын, Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт иткәндә генә көрәш менән мауыға башлай. Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе тағы ла һуңыраҡ, ағайым Вадим урта мәктәпте бөтөргәндә генә, көрәш серҙәренә өйрәтеүгә башланы. Атайым улының һәм уның тиҫтерҙәренең, артабан уҡырға ингәс тә, ниндәйҙер мауығыуҙары, спорттың төрө менән ҡыҙыҡһыныуҙары булыуын теләй.
Мин өсөнсө класта уҡығанда , ағайым ярыштан үҙенең тәүге миҙалын алып ҡайтты. Минең дә миҙал яулайһым килде. Бар ихтыяр көсөмдө бер усҡа туплап, ағайым артынан күнемәләргә йөрөй башланым. Әле лә иҫемдә, тәүге тапҡыр көрәшселәр залында күмәк үҫмерҙәрҙең бер-береһе менән алышыуын күргәс, тәүҙә албырғап ҡалдым. Оло ағаһы көрәштәрҙә еңә, ә ҡустыһы бер ни ҙә белмәй икән, тип көлә башларҙар, тип уйланым. Ҡыҫҡаһы, был көндө көрәш келәменә яҡын килмәнем, бильярд уйнаусылар эргәһенә барып баҫтым һәм ситтән тороп, күҙемдең ҡырыйы менән генә егеттәрҙең көрәш алымдарын нисек үҙләштергәндәрен күҙәттем. Икенсе көндө атайым күнекмәләргә йыйынғанда, яйын тура китереп миңә: “Әгәр күнекмәләр эшләргә уйламаһаң, залға барып йөрөмәһәң дә була”, – тине.
–Күнекмәләр ваҡытында атайың тренер булараҡ, һиңә айырым иғтибар бүлә инеме?
– Бер ҡайсан да бүлмәне. Мин ҡайһы саҡ, мәктәптә ул минең уның улы булыуымды оноталыр, тип уйлай торғайным. Һис ҡайсан иркәләмәне, һуңға ҡалһам, башҡа балалар һымаҡ бер нисә артыҡ түңәрәк йүгерә инем. Өйҙә хужалыҡ буйынса үҙемдең бурыстарым бар ине, уларҙы башҡарып бөтмәй бер ҡайҙа ла, шул иҫәптән, хатта күнекмәләргә лә китә алмай инем. Шуның өсөн ваҡытымды дөрөҫ итеп бүләргә өйрәнергә тура килде. Атайым ниндәйҙер”серле” алымдар ҙа өйрәтмәне. Минең бик принципиаль көрәштәш – класташым бар ине. Беҙ уның менән байтаҡ күнекмәләр (тренировкалар) мәлендә көс һынаштыҡ, һуңынан йыш ҡына бер-беребеҙ менән ярыш барышында алыштыҡ. Күпмелер ваҡыттан һуң мин уны арҡаһына әйләндереп, салҡан һала башланым. Бер алыш мәлендә атайымдың минең көрәштәшемә киреһенсә, мине еңеү юлын өйрәтеп торғанын ишетергә тура килде. Шунда мин көрәш келәмендә үҙ көсөңә генә таянырға була икәненә төшөндөм. Ә хәҙер атайым миңә терәк булып ярыштарға килһә, үҙемде ышаныслыраҡ тоям, уны еңеүем менән ҡыуандырыу теләге барлыҡҡа килә. Алыштан һуң ул хаталарымды күрһәтеп, кәңәштәр бирә.
Һинең көрәш менән шөғөлләнеүеңә әсәйең нисек ҡарай?
Һәр төрлө хәлдәрҙә лә әсәйем минең яҡлы, әлбиттә. Әммә ул минең спорт тормошома һис ҡайсан ҡыҫылмай, миңә тулыһынса ышана. Ул, бар әсәйҙәр кеүек, минең һаулығым хаҡында борсола, төрлө имгәнеү-йәрәхәттәр булмаһын тип теләй, шулай уҡ ваҡытында һәм дөрөҫ туҡланыуымды ҡайғырта. Әммә үҙ борсолоуҙарын бер ҡайсан да бер кемгә лә күрһәтеп бармай. Мин һәр саҡ уның оло һөйөүен, хәстәрлектәрен, изгелеген тойоп йәшәйем, әле лә нисә йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, уның өсөн ҡәҙерле бәләкәсе булып ҡалам. Үҙ ғаиләһе менән ғүмер кисергән ағайымды да шулай уҡ ярата ул.
Үҙеңдең тәүге ярыштарыңды хәтерләйһеңме?
Әлбиттә. Мин икенсе класта уҡығанда, йәйге балалар һабантуйында булды. Мин унда еңелдем. Бала саҡта еңелеүҙе бик ауыр, хатта күҙ йәштәре менән үткәрә инем. Әммә бер ҡайсан да көрәште ташлау теләге уйымда ла булманы, киреһенсә, еңелгән һайын нығыраҡ күнекмәләргә йөрөү, әҙерләнеү теләге барлыҡҡа килә ине. Күрше Салауат районынан көрәшсе Наил Мөхәмәдьяновҡа оҡшарға тырыша инем, сөнки ул һәр саҡ намыҫлы көрәшә һәм алышты бер һүҙһеҙ таҙа еңеү менән тамамлай ине.
Һинең өсөн бөгөн “Көрәш” нимәне аңлата?
Йәшәү рәүеше. Әле минең тормошом тулыһынса уға бағышланған. Мөмкин ҡәҙәр күберәк ярыштарҙа ҡатнашаһы, тәжрибә туплайһы, яңы офоҡтар асыласаҡ яңы бейеклектәр яулайһы килә.
Мин үҙемдең тренерымР.Зыяҡаевҡа, миңә өмөт бағлап ярҙам итергә торған туғандарыма рәхмәтлемен. Тап улар миңә йыл һайын үткәрелә торған “А.Зөлҡәрнәйев призына турнир” үткәреүҙе ойоштороу идеяһын бирҙеләр һәм үткәрергә ярҙам итәләр. Быйыл туғандарымдан тыш, ауылдаштарым, бергә үҫкән дуҫтарым да спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтте. Уларҙың һәр береһенә рәхмәтлемен. Улар ошо юл менән балалар һәм үҫмерҙәр араһында билғау менән алыш һәм көрәш спортын үҫтереүгә ярҙам итә.Шуныһы ла ҡыуандыра, спорттың был төрөнә республиканың юғары етәкселеге лә ыңғай ҡарай. Яңы уҡыу йылынан Башҡортостандың 10 мәктәбендә көрәш физкультура дәресе сифатында үтәсәк, Өфө ҡалаһында көрәш буйынса Республика үҙәге булдырыласаҡ. Һәр бер мәктәптә көрәш секцияһыбулһа бигерәк тә яҡшы булыр ине. Спорттың был төрө артыҡ сығымдар талап итмәй, тренер һәм келәм булһа, спортсынан теләк кенә кәрәк. Унан һуң был төр күберәк ауылға хас. Белмәйем, ни өсөндөр, әммә көрәшселәрҙең күбеһе ауылдан. Бәлки бының сәбәбе булып, уларҙың бала саҡтан тәртипкә һәм ауыр хеҙмәткә күнегеп үҫеүе торалыр.
Киләсәктә тренерлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеп,үҙегеҙҙең юлығыҙҙан барыусыларҙы тәрбиәләргә йыйынаһығыҙмы?
Был хаҡта уйланғаным булды.. Был яуаплы эш. Бының өсөн ошо юнәлештә юғары уҡыу йортон тамамларға кәрәк. Ә мин бөгөн тап ауыл хужалығы буйынса һөнәр үҙләштерәм, Башҡорт дәүләт аграр университетының агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультетының (магистратураһында) уҡыйым.
Ауылда йәшәргә йыйынаһыңмы?
Әлегә, әлбиттә, был бик теләһәм дә мөмкин түгел, әммә буш ваҡытым булыу менән, ауылға ҡайтып әйләнәм. Ауылда миңә барыһы ла оҡшай: яҡындарың һәм туғандарың эргәһендәге үҙ яйына ғына барған тормош, хужалыҡ хәстәрҙәре, күркәм тәбиғәт һәм башҡалар. Әле атайым менән аттар аҫрай башланыҡ. Мин уларҙы ихлас яратам, үҙем тәрбиәләйем. Быйыл беҙҙең юртағыбыҙ тәү тапҡыр район һабантуйында ярышта ҡатнашты, уның өсөн көйҙөк. Беҙҙең ауылда кәрәҙле бәйләнеш тә юҡ, миңә ҡалһа, бының ыңғай яҡтары бик күп. Әммә спорт карьераһын республиканың башҡалаһында ғына төҙөргә була. Киләсәктә ауылда йәшәү теләге лә бар, барлыҡҡа, әммә тормош иптәшемдең уй-теләктәре менән дә иҫәпләшергә тура киләсәк, әлбиттә. Нисек кенә булмаһын, тамырҙарым шунда булған ауыл менән араны өҙөргә йыйынмайым.
Беҙ яҡташыбыҙға спорт карьераһында яңы бейеклектәр теләйбеҙ.